Radio Yuldash FM (Радио юлдаш)

[

Listen Live

]

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Башҡортостан радиоһы нигеҙендә 2000 йылдың 25 сентябрендә барлыҡҡа килә. Тапшырыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҒM-йышлыҡтарҙа алып барыла. «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналын Башҡортостан республикаһында, күрше өлкәләрҙә, шулай уҡ Интернет селтәре аша бөтә донъяла тәүлек әйләнәһенә тыңларға мөмкин. Тапшырыуҙар башҡорт һәм татар телдәрендә ойошторола. Төп маҡсат – күп милләтле республиканың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо уятыу. Тапшырыуҙарҙың тематикаһы ошо... See more

Ufa FM|105.5
(347)272-38-20
Мәжит Ғафури урамы, 9-сы йортӨфө ҡалаһыБашҡортостан Республикаһы450076
«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Башҡортостан радиоһы нигеҙендә 2000 йылдың 25 сентябрендә барлыҡҡа килә. Тапшырыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҒM-йышлыҡтарҙа алып барыла. «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналын Башҡортостан республикаһында, күрше өлкәләрҙә, шулай уҡ Интернет селтәре аша бөтә донъяла тәүлек әйләнәһенә тыңларға мөмкин. Тапшырыуҙар башҡорт һәм татар телдәрендә ойошторола.

Төп маҡсат – күп милләтле республиканың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо уятыу. Тапшырыуҙарҙың тематикаһы ошо маҡсаттарға ҡоролған.

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы көндәлек рубрикалар, тапшырыуҙар, радиоуйындар, конкурстар, әңгәмәләр, осрашыуҙар, музыкаль ҡотлауҙарҙан торған берҙәм аҙналыҡ тапшырыуҙар теҙмәһе буйынса эшләй. Уларҙың мәғлүмәти йөкмәткеһен яңылыҡтар хеҙмәте әҙерләгән һәм һәр сәғәт һайын сығыусы һуңғы хәбәрҙәр, һауа торошо, социаль тапшырыуҙар, тура бәйләнештә барған күңел асыу программалары тәшкил итә. Киң мәғлүмәт саралары араһында радио иң оператив сара булараҡ, уның төп маҡсаты, тәү сиратта, тыңлаусыларға ышаныслы һәм объектив мәғлүмәт еткереү.

«Юлдаш» – йыр-моң һөйөүселәр өсөн генә түгел, шулай уҡ тотош республиканың ижтимағи-сәйәси, мәҙәни тормошо, иҡтисади һәм социаль мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн дә алыштырғыһыҙ мәғлүмәт сығанағы. Радиотыңлаусылар беренселәрҙән булып төрлө төбәктәрҙәге яңылыҡтар менән таныша, теге йәки был һорауҙар буйынса етди аңлатмалар ала, белгес фекерен тыңлай. Радиотапшырыуҙарҙа күтәрелгән темалар тормоштоң һәр яғын яҡтыртыуға йүнәлтелгән. Тыңлаусыларҙың йәш арауығын иғтибарға алып, беҙҙең тулҡындарҙа яңы музыкаль композициялар ҙа, радионың фондында һаҡланған йыр-моң да даими яңғырай. Күп тыңлаусылар өсөн радио артабанғы үҫеш өсөн үҙенә күрә башланғыс булып тора. Тыңлаусылар менән бәйләнеш булдырыу, даими социаль акциялар ойоштороу аудиторияның һанын арттырыу мөмкинлеге бирә.

Ижади коллективты һәләтле һәм тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр тәшкил итә. Даими эҙләнеү, яңылыҡҡа ынтылыу «Юлдаш» каналына заман менән бергә атларға, хатта тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙан алдараҡ барырға мөмкинлек бирә.

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы - киң мәғлүмәт сараһы ғына түгел, таныштырған, кәңәш биргән һәм ярҙам иткән, тимәк, үҙе үк тотош бер ижтимағи институт. Радиотулҡындарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләү мөмкинлеген ҡулланып, «Юлдаш» тормоштоң бөтә даирәләрендә лә әүҙем ҡатнаша һәм киләсәккә яңы маҡсаттар тотоп, ышаныслы үҫеш юлын дауам итә.
© LogFM.com, 2009-2024 (2024-04-04,23:19:19)